

Ниһайәт, быйылғы йәй беҙҙе эҫе көндәре менән ҡыуандыра.
Синоптиктар белдереүенсә, бөгөн, 11 июлдә, Ейәнсура районында аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +29...+30, төндә +15...+20 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
12, 13 июлдә бер аҙ болотло, яуым-төшөмһөҙ көн көтөлә. Көндөҙ +30...+31, төндә +19...+21 градус буласаҡ. Ел көнсығыштан секундына 2 м тиҙлектә иҫә.