Атайсал
11 Июль 2022, 12:15

Сәскәһе – тәбиғи аспирин

Июль аҙағына тиклем йыйырға өлгөрөп ҡалығыҙ

Сәскәһе – тәбиғи аспиринСәскәһе – тәбиғи аспирин
Сәскәһе – тәбиғи аспирин

Таволга. Еркәүек. Еркә.

Был үләндең сәскәһе - тәбиғи аспирин. Өҙөп алып, кибәрбиргәс тә ныҡ итеп аспирин еҫе сыға башлай.

ОРЗ мәлендә сәскәләренән эшләнгән порошокты ярты  бал ҡалағы итеп ауыҙға һалабыҙ ҙа һыу менән йойт ебәрәбеҙ.  Температураны тиҙ генә нормаға килтерә.  Бер бал ҡалағы кипкән үләнде бер стакан ҡайнап һыуынған һыу менән 8 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ ҙа, цистит, геморройҙан дауаланыу, ҡанды шыйығайтыу өсөн эсәбеҙ, оргнаизмдағы төрлө елһенеүҙәргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Бер стакан дарыу бер көнгә тәғәйенләнгән.

Шулай уҡ еркә үләне быуындар өсөн файҙалы.  Бының өсөн япраҡтарын сәй итеп, сәскәләрен мазь, төнәтмә итеп әҙерләйбеҙ. Сәйгә япраҡтарын киптереп тә, ферментация үткәреп тә эшкәртергә була.

Тағы мунсаға ла айырым әҙерләйбеҙ, шыйыҡ ҡына миндек кеүек итеп эшләйбеҙ ҙә киптерәбеҙ. Мунса инер алдынан йылы һыуға һалып ҡуябыҙ ҙа, йыуынып бөткәс сәсте саябыҙ. Сәс тиҙерәк үҫә башлай.

Быларҙан тыш, был үләнтире ауырыуҙарынан, яраларҙы дауаларға ла ярҙам итә. Әйтәйек, ҡулығыҙҙа яра бар икән, шуны һыуҙа тотабыҙ. Сәй ҡатнашмаһы әҙерләгәндә япраҡтарын да,  сәскәһен дә   ҡушып ебәрәбеҙ. Бауырға зыяны юҡ. Июль аҙағына тиклем йыйырға өлгөрөп ҡалығыҙ. Үҙем быйыл да был үләнде быуындарҙы дауалау өсөн әҙерләйәсәкмен.  Ә һеҙ ниндәй серҙәрен беләһегеҙ еркәүектең.

Инстаграмдағы серле донъя (serle_donia) аккаунтынан.

Фото: azbyka.ru

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас