

Октябрьский ҡалаһында һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында 2002 йылғы, Краснокама районының Раздолье ауылында 1962 йылғы ир кешеләр батып үлгән, тип яҙа “Башинформ”.
Шулай уҡ Нуриман районында Келәш ауылы янында, Ағиҙел йылғаһында Яҡшиван ауылы эргәһендә һәм Күмертау ҡалаһында батҡан ирҙәрҙең кәүҙәләре сығарылған.
Бәләкәй судноларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары ла бар. Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысында һыу тюбингын гидроциклға тағып йөрөткәндә тюбинг менән катер бәрелешкән. Һөҙөмтәлә 1999 йылғы ир кеше һәләк булған, тағы бер кеше зыян күргән.