Атайсал
26 Июль 2022, 04:55

“Баҫыу көнө-2022” республика семинар-кәңәшмәһе бара

Сарала Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Учалы, Федоровка, Хәйбулла һәм Ейәнсура – барлығы 12 райондан делегаттар ҡатнаша. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов сәләмләне

“Баҫыу көнө-2022” республика семинар-кәңәшмәһе бара“Баҫыу көнө-2022” республика семинар-кәңәшмәһе бара
“Баҫыу көнө-2022” республика семинар-кәңәшмәһе бара

Хөрмәтле ейәнсуралар! Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Беҙҙең Ейәнсура районында беренсе тапҡыр бик яҡшы сара – «Баҫыу көнө-2022» үткәрелә. Барлыҡ ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙы бай, уңдырышлы еребеҙҙә сәләмләүебеҙгә шатбыҙ!

Беҙҙең район республиканың динамикалы үҫешкән ауыл хужалығы райондарының береһе булып тора. Беҙ агросәнәғәт комплексының йыл һайын тотороҡло темпта үҫешеүенә өлгәшәбеҙ. Бөтә мөмкинлектәребеҙҙе һәм ресурстарыбыҙҙы йоғонтоло файҙаланабыҙ. Ерҙәребеҙҙең һәр гектары тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла.

Бөгөн, республиканың һәм бөтә Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы алдында илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытыу, техник һәм технологик модернизациялау, экспорт мөмкинлектәрен арттырыу һәм импортты алмаштырыу буйынса ҙур бурыстар торғанда, «Баҫыу көнө» кеүек саралар үткәреү айырыуса көнүҙәк. Был фәһемле белемдәр һәм тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, агросәнәғәт комплексының перспективаларын баһалау, мәсьәләләрҙе тикшереү, киләсәккә маҡсаттар һәм бурыстар билдәләү өсөн бик яҡшы мөмкинлек.

Быйылғы йыл барыбыҙ өсөн дә имен һәм уңышҡа бай булһын. «Баҫыу көнө-2022»лә ҡатнашыусыларға емешле эш һәм яҡшы кәйеф теләйем!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас