

Рәсәй пенсионерҙарына яңы льгота тураһында һөйләнеләр, уны июль аҙағына тиклем юллау яҡшыраҡ. Был осраҡта бонусты яҡын арала алырға мөмкин буласаҡ. Яңы мөмкинлектән эшләгән дә, эшләмәгән дә пенсионерҙар файҙалана ала. Был хаҡта пенсия эксперты Анастасия Киреева һөйләне, тип яҙа PRIMPRESS.
“Хәҙер бер нисә банк пенсияны улар аша алғанда пенсионерҙарға отошло шарттар тәҡдим итә. Бының өсөн пенсияны алыу процесын банк картаһына күсеререгә кәрәк, шунан һуң иҫәпкә билдәле бер сумма күсереләсәк”, – ти Киреева.
Мәҫәлән, эксперт әйтеүенсә, ВТБ уның картаһы аша пенсия ала башлаусыларға бер мең һум күсерә. Бының өсөн VTB1000 промокодын файҙаланып, банк картаһын астырырға һәм Пенсия фондына ғариза биреп, пенсияны шул картаға күсертергә кәрәк. Беренсе пенсия картаға быйыл 30 сентябргә тиклем күсергә тейеш. Аҡсалата бонус киләһе айҙа күсереләсәк һәм уны тотоноуҙа бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.
Шулай уҡ Промсвязьбанк пенсионерҙарға берәр мең һум вәғәҙә итә. Бының өсөн уның картаһы 30 сентябргә тиклем асылырға, ә тәүге пенсия 30 ноябргә тиклем күсерелергә тейеш.
Ә бына «Левобережный» банкы пенсионерҙарға 2022 һум күсерергә вәғәҙә итә. Шарттар башҡаларҙыҡы кеүек үк. Хаҡлы ялдағылар иң күп өҫтәлмәне «Ак Барс» банкынан алырға мөмкин. Унда пенсияны күсергән өсөн 3 мең һум өҫтәйҙәр.