Атайсал
26 Июль 2022, 05:45

Пенсионерҙарға яңы түләмдәр түләнә

Пенсионерҙарға 27 июлдән түләнә башлаясаҡ яңы түләмдәр тураһында һөйләнеләр

Пенсионерҙарға яңы түләмдәр түләнәПенсионерҙарға яңы түләмдәр түләнә
Пенсионерҙарға яңы түләмдәр түләнә

Түләмдәрҙең күләме ҙур түгел. Уларҙы оло йәштәге граждандарҙың бер нисә категорияһы аласаҡ, тип хәбәр итә PRIMPRESS.

Халыҡты социаль яҡлау белгестәре белдереүенсә, яҡын ара бер нисә почетлы категорияға ҡараған пенсионерҙар өтәлмә ярҙамға иҫәп тота ала. Мәҫәлән, хеҙмәт ветерандары. Был исем федераль кимәлдәлә, төбәктәрҙә лә бирелә. Күп кенә төбәктәрҙә хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булғандар пенсияларына өтәлмә алырға хоҡуҡлы.

Шулай уҡ 27 июлдән тыл хеҙмәтсәндәре һәм сәйәси репрессиялар ҡорбандары категорияларына ингән пенсионерҙарға һәм һуғыш балаларына (1927 йылдың 3 сентябренән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарға) түләмдәр таратыла башлаясаҡ. Улар өсөн пособие күләме 649 һум тәшкил итә. Аҡса банк картаһына автоматик режимда күсерелә.

Фото:PRIMPRESS

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас