Атайсал
31 Июль 2022, 04:45

Иң яҡшы ҡымыҙ ҡайҙа?

Башҡортостанда иң яҡшы ҡымыҙҙы ҡайҙа эшләүҙәре билдәле булды

Иң яҡшы ҡымыҙ ҡайҙа?Иң яҡшы ҡымыҙ ҡайҙа?
Иң яҡшы ҡымыҙ ҡайҙа?

Ҡымыҙ эшләүселәрҙең 16-сы республика конкурсында Учалы районының “Юлдаш” ЯСЙ-һы йылҡысылыҡ ауыл хужалығы предприятиеһының ҡымыҙы иң яҡшыһы тип табылған, тип хәбәр итә “Башинформ”. Икенсе урын Әлшәй районынан Айрат Ғәниевтың фермер хужалығына бирелгән, Баймаҡ районынан Илнур Биктимеров КФХ-һы – өсөнсө урында. Йылайыр фермеры Марат Абдулов конкурстың иң тәжрибәле ҡатнашыусыһы тип танылған.

Ҡымыҙ яһаусылар конкурсы Баймаҡ районында “Башҡорт аты” беренсе республика фестивале сиктәрендә үтте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас