Бөтә яңылыҡтар

Өс кеше батҡан

Улар барыһы ла йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән

Өс кеше батҡан
Өс кеше батҡан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Октябрьский ҡалаһында фажиғәле хәл булған, Ыҡ йылғаһында 1970 йылғы ир батҡан. Ул иҫерек булған һәм йыһазландырылмаған урында һыу ингән. Уның кәүҙәһен водолаздар эҙләй.

Ғафурин районында Көгөш йылғаһында Заречный ауылы янында шулай уҡ йыһазландырылмаған урында һыу ингән 1983 йылғы ир батҡан. Тағы бер батып үлеүсенең кәүҙәһен Абзан ауылы янында Инйәр йылғаһынан сығарғандар. Шәхесе әле билдәләнмәгән.

Күмертауҙа ҡала быуаһында һыу ингән 1999 йылғы егет менән булған хәл бәхетле тамамланған – ул бата башлағас, ҡотҡарыусылар уны ярға сығарған.

Фото: Ксения Калинина / ”Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: