Атайсал
6 Сентябрь 2022, 11:34

Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды!

5 сентябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы кешеләрен РФ Дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды!Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды!
Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды!

Улар араһында Ейәнсура районы "Маяҡ" йәмғиәтенең ветеринар табибы Илсур Ирек улы Төхвәтуллин да бар. Ул ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар табибы" почетлы исеменә лайыҡ булды.

Илсур Ирек улын ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уңыштар, сәләмәтлек, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас