

Һуңғы тәүлектә Башҡортостандв 503 кеше коронавирус йоҡтороуы теркәлгән, өс кеше вафат булған, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Пандемия башланғандан алып төбәктә COVID-19 менән ауырыусылар һаны 303,8 меңдән артҡан. 5,8 мең кеше был сирҙең ҡорбаны булған, уларҙың күпселеге оло йәштәге кешеләр.
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 31 кеше дауаханаға һалынған. 2,9 мең кеше өйҙә дауалана. Дауаханаларҙа һәм инфекцион госпиталдәрҙә хәҙер – 227 кеше, шуларҙың 160-ы – 60 йәштән өлкәндәр.
Һуңғы тәүлектә стационарҙа һәм амбулатор дауаланып, 453 кеше һауыҡҡан.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”