Атайсал
23 Сентябрь 2022, 09:10

Башҡортостанда көндәр һыуыта

Сентябрь аҙағында әбейҙәр сыуағы көҙгө һалҡындар менән алмашына

Башҡортостанда көндәр һыуытаБашҡортостанда көндәр һыуыта
Башҡортостанда көндәр һыуыта

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә йылы була. Йома, 23 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +23, +28 градус.

Шәмбе, 24 сентябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ ямғыр. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14, таулы райондарҙа +2, +7, көндөҙ +22, +27 градус.

Йәкшәмбе, 25 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә +9, +14, көндөҙ +16, +21 градус.

«Гисметео» хәбәр итеүенсә, киләһе аҙна көҙгөсә һалҡын, ямғырлы була. Дүшәмбе, 26 сентябрҙә, көндөң болотло булыуы һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +3, +6, көндөҙ +11, +13 градус. Сентябрь аҙағында температура көндөҙ +8, +11, төндә иһә +3, +5 градусҡаса түбәнәйә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас