Атайсал
7 Октября 2022, 09:10

Йылмай әле бер, тағы ла йылмай

Бөгөн Бөтә донъя йылмайыу көнө

Йылмай әле бер, тағы ла йылмайЙылмай әле бер, тағы ла йылмай
Йылмай әле бер, тағы ла йылмай

Йылмайыу кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, ә иммун системаһын да нығыта. Тағы йылмайыу “йоғошло” икән. Йылмайған кешегә ҡара әле, һинең дә йылмайғың килер. Белгестәр йылмайыу тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы факттарҙы асыҡлаған:

– стрестан ҡотҡара (йылмайғанда эндорфин бүленә);

– бәхетлерәк итә;

– 53 мускулды эшләтә;

– тыумыштан бирелә (йәғни бәпес йылмая белеп тыуа);

– карьера өсөн уңайлы (йылмайған кеше һөйкөмлө күренә бит);

– йөҙҙөң иң күренгән торошо (йылмайған ауыҙ 100 метрҙан күренә);

– ҡатын-ҡыҙҙың иң яратҡан “шөғөлө”;

– йөҙҙө матурайта.

Фото: “Ейәнсура таңдары” архивынан

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас