Атайсал
8 Октябрь 2022, 05:58

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр, йәки Ейәнсура буйлап сәйәхәт

Районыбыҙҙың ҡайһы ғына биләмәһен алма - үҙенсәлекле урындар бихисап! Район хакимиәте бер нисә йыл дауамында ойошторған "Төҙөк шишмә" конкурсы сикәтендә төҙөкләндерелгән 50-нән ашыу шишмәне генә алайыҡ. Ейәнсураларға ял итергә, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы алып барып күрһәтергә бынамын тигән ял урындары. Ә быйыл иһә хакимиәт йәнә бер - "Райондың мәҙәни һәм тарихи мираҫы" конкурсы иғлан иткәйне.

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр, йәки Ейәнсура буйлап сәйәхәтХоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр, йәки Ейәнсура буйлап сәйәхәт
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр, йәки Ейәнсура буйлап сәйәхәт

Был бәйге сиктәрендә Ейәнсура районының һәр биләмәһендә тәбиғәт һәйкәлдәре, үҙенсәлекле урындар матурланды, төҙөкләндерелде һәм туристар өсөн ял итеү, фотоға төшөү, был урын тураһында күберәк мәғлүмәт алыу мөмкинлеге булдырылды.

 

Ә конкурста иһә, Абзан биләмәһе (Сыуалташ) - беренсе, Байдәүләт биләмәһе (Оҙон ҡарағас) - икенсе, Байыш (Һаҡтау) менән Таҙлар (Үҫәргән ере) биләмәләре өсөнсө урынға лайыҡ булды. Әбүләйес менән Үтәғол биләмәләре дәртләндереү призы алды.

"Хеҙмәт даны аллеяһы", Арсен
Райондың иң бейек нөктәһе (610 м) Һаҡтау, Байыш
Бикбау Бей ҡәберлеге, Бикбау
Танау тауы, Әбүләйес
Ерәнсә Сәсән ҡәберлеге, Башҡорт Үргене
Оҙон ҡарағас, Ибрай
Әзимгән тауындағы яҙыу, Иҙелбәк
Етебөгөл, Һүрәм
Сыуалташ, Абзан
"Үҫәргән ере" яҙыуы, Таҙлар
Ташҡайын, Яңы Себенле
Ял паркы, Үтәғол
Башҡортостандың иң көньяҡ нөктәһе, Яңыбай
"Хеҙмәт даны аллеяһы", Арсен
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас