Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Октябрь 2022, 13:03

Кишерҙән тәмле салат

Кишерҙәрегеҙҙең һаҡлай торғанын - һаҡларға, туңдыра торғанын туңдырғысҡа һалып бөттөгәҙ, ә ваҡтары ҡалдымы? Уларҙан бына тигән салат эшләргә була. Ә ҡыш иһә уны айырым ризыҡ итеп тә, аш-һыу бешергәндә лә ҡулланырға була.

Салат өсөн 2 кг кишерҙе терка аша үткәреп, 100 гр ваҡланған һарымһаҡ, 300 гр һаламлап туралған татлы борос кәрәк. Һауытҡа һанлынған йәшелсәләргә 150 гр шәкәр, 100 мл 9 %-лы аш һеркәһе, 400 гр томат пастаһы, 250 гр үҫемлек майы, ярты балғалаҡ ҡара борос һәм 2 аш ҡалағы тоҙ ҡушабыҙ.

Тигеҙ итеп болғағас, һауытты утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, талғын утт 40 мин быҡтырабыҙ. Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ ҙа, һыуынғансы ябып ултыртабыҙ.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: