

Ял көндәрендә Башҡортостанда ЮХХДИ-ның көсәйтелгән профилактик рейдтары үтә, тип хәбәр итә “Башинформ”. Юл инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, рейдтар республиканың бөтә территорияһында үткәрелә һәм ауыр эҙемтәләргә килтереүсе юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү бындай тикшереүҙәрҙең төп маҡсаты булып тора.
“Республика ҡалаларына һәм район үҙәктәренә инеү һәм сығыу юлдары автоинспекторҙарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ. Иҫерек килеш транспорт менән идара итеүгә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуға айырым иғтибар бүленәсәк”, – тип белдерҙеләр БР буйынса ЮХХДИ-ла
Фото: Ксения Калинина/”Башинформ”.