Атайсал
16 Ноябрь 2022, 03:50

Башҡортостанда 18 градусҡа тиклем һыуыта

Киләһе өс көнгә һауа торошо

Башгдрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса бөгөн, 16 ноябрҙә, республиканың айырым райондарында бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы –6...–11 градус тәшкил итә.

Иртәгә, 17 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә –8...–13, аяҙытҡанда –18 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ –4...–9, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа –14 градус.

Йомала, 18 ноябрҙә, көндөҙ урыны менән епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан, еңелсә. Термометр бағаналары төндә –5...–10, көндөҙ 0...–5 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас