Атайсал
26 Ноябрь 2022, 09:45

Баҡсаға ҡышын да иғтибар кәрәк

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә Нуретдинова, тышта ҡыш хужа булһа ла, уңған баҡсасыларға эш етерлек, тип билдәләй:

Баҡсаға ҡышын да иғтибар кәрәкБаҡсаға ҡышын да иғтибар кәрәк
Баҡсаға ҡышын да иғтибар кәрәк

– Декабрҙә йылы яратҡан ҡыуаҡтарға, сәскәләргә иғтибар арттырырға кәрәк. Ҡар ҡатламы аҙ булһа, ҡыуаҡтарға ҡар өйөгөҙ, уны бер аҙ баҫығыҙ. Тағы ла тап ошо мәлдә ағастарға ҡуяндар һәм сысҡандар һөжүм итә башлай. Моғайын, уларҙы һаҡлау өсөн алдан сара күргәнһегеҙҙер.

Ҡаты һыуыҡтар еткәнсегә тиклем, яҙғыһын прививкалар эшләү өсөн ботаҡтар әҙерләргә мөмкин. Улар оҙонлоғо 30 – 40 сантимтер самаһы булған йәйге ботаҡ булырға тейеш. Ҡалынлығы ҡәләм саҡлы булған ботаҡты һайларға кәрәк. Секатор менән киҫеп, бергә бәйләп ҡарға күмеп ҡалдырырға ла була. Бөрөләре һәйбәт үҫешкәнен алығыҙ. Ҡарҙың ҡалынлығы 50 сантиметрҙан ашһа, был ботаҡтарға 30 – 40 градуслы һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел. Ошо алым менән ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын яҙғылыҡҡа әҙерләргә мөмкин.

Читайте нас