

Башҡортостанда “Атайсал” проекты һәм Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә шиғыр яҙыусыларҙың “Атайсал” республика конкурсы үткәрелә.
Конкурс билдәле композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәнов инициативаһы менән ойошторола.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн бер ниндәй ҙә йәш сикләүҙәре юҡ. Ике дәүләт телендә (башҡортса, русса) үҙең яҙған шиғырҙар ҡабул ителә. Һәр йәш төркөмөндә еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнәсәк.
Шиғырҙарҙы “Атайсал” төркөмөнә йәки https://t.me/ataysalrb телеграм каналына ебәрергә мөмкин.