Атайсал
17 Февраль 2023, 14:15

Юлдаштар ярҙамдан ситтә ҡалманы

"Яугирҙәребеҙгә тыуған яҡ күстәнәстәре көс-дәрт, ҡыйыулыҡ өҫтәр тип ышанабыҙ!"

Юлдаштар ярҙамдан ситтә ҡалманыЮлдаштар ярҙамдан ситтә ҡалманы
Юлдаштар ярҙамдан ситтә ҡалманы

Юлдаш ауылы уңғандары ла махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙән ситтә ҡалманы. Ауыл халҡы һәм Юлдаш ауылында тыуып ситтә йәшәүселәр ҙә аҡсалата ярҙам күрһәткән, йәмғеһе 44 мең йыйылған. Был аҡсаға бензобысҡылар, дарыуҙар һатып алынасаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышып туҡмас ҡырҡҡандар, лоҡом бешергәндәр. Яугирҙәребеҙгә тыуған яҡ күстәнәстәре көс-дәрт, ҡыйыулыҡ өҫтәр тип ышанабыҙ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас