Бөтә яңылыҡтар

Юлдаштар ярҙамға әүҙем ҡушылды

#Своихнебросаем #Үҙебеҙҙекеләрҙеташламайбыҙ МЫZAМИР

Юлдаштар ярҙамға әүҙем ҡушылды
Юлдаштар ярҙамға әүҙем ҡушылды

Ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡты күтәрешергә, һуғыштағы егеттәргә әҙ булһа ла ярҙам итеүгә Юлдаш ауыл халҡының күп өлөшө ыңғай ҡарашта булып беҙҙең тәҡдимде дәррәү генә күтәреп сыҡтылар. Тиҙ арала аҡса тупланды.

Әйтергә кәрәк Юлдаштарҙың был ярҙамы икенсегә ойошторолдо. Ноябрь айында ике көн эсендә Абзан биләмәһендә тәүгеләрҙән булып 27 мең йыйып тапшырылды. Был юлы 43800 һум йыйылды, был аҡсаны шулай уҡ ҡырҙағы ауылдаштар ҙа күсерҙе. Ҡайһы берәүҙәр тәүгеһендә лә, икенсеһендә лә аҡса йыйыуҙа ҡатнашты.

Йыйылған аҡсаға бешеренеү өсөн кәрәк-яраҡ алынды, ҡалған аҡсаға тиҙҙән районға сығып, егеттәрҙең һораған әйберҙәренең ҡайһы берҙәрен алып, тапшырып ҡайтырбыҙ, тип уйлайбыҙ.

Бешеренеүҙә лә ҡатын-ҡыҙҙар ихлас ярҙам иттеләр. Ебәргән әйберҙәребеҙ тәғәйен еренә барып етһен, тиҙерәк һуғыш бөтһөн тигән теләктә ҡалайыҡтар, Аллаһ бирһә.

Юлдаш ауыл китапханаһы.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: