Бөтә яңылыҡтар

Документҡа ҡушып гөлләмәләр

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре руль артындағы гүзәл затты 8 Март байрамы менән ҡотлауҙы матур йолаға әүрелдерҙе һәм быйыл да ошо йоланан тайпылманы. 

Документҡа ҡушып гөлләмәләр
Документҡа ҡушып гөлләмәләр
Бөгөн бүлектең теркәү-имтихан төркөмөнә килгән автоледиҙарҙы ЮХХДИ начальнигы Илнур Бакиров, дәүләт инспекторҙары Заһир Аслаев һәм Василий Григорьев сәскәләр менән ҡаршы алды. Улар гүзәл зат вәкилдәренә документтарға ҡушып гөлләмә бирҙе һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, имен юлдар теләне.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: