Бөтә яңылыҡтар

“Бураҡаева уҡыуҙары”

Бөгөн Иҫәнғолдоң Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында “Бураҡаева уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы бара. Сара педагогия хеҙмәте ветераны, “Тормош һабаҡтары” программаһы һәм дәреслектәрҙең авторы, “Йәйләү” профилле сменаһың, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе” проекттарының авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваға 80 йәш тулыуға арналды.

“Бураҡаева уҡыуҙары”
“Бураҡаева уҡыуҙары”

 Конференцияның секцияларында һәм пленар ултырышта Ейәнсура, Яңауыл,  Мәләүез, Туймазы, Көйөргәҙе, Ғафури, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡыйғы, Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан килгән уҡытыусылар Мәрйәм апайҙың хеҙмәттәре, әҫәрҙәре, этнопедагогика, уларҙың йәш быуынға әхлаҡи, патриотик, гражданлыҡ, экологик тәрбиә биреүҙәге роле тураһында сығыш яһаясаҡ,  фекер  алышасаҡ.

Гимназия-интернатҡа килгән ҡунаҡтар Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе һәм балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәренең күргәҙмә эштәре менән танышты, белем усағының этнопедагогик музейын ҡараны.

Фәнни-ғәмәли конференцияны асыуҙа Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова сығыш яһаны һәм конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Әлеге мәлдә район мәктәптәре уҡытыусылары һәм ҡунаҡтар асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: