Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ китабын туйланы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҡташыбыҙ, мәғариф ветераны, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Юлай Солтанбаевтың "Башҡорт Үргене ауылы. Дәүерҙәр һәм шәхестәр" тигән китабының исем туйы ойошторолдо.

Яҡташыбыҙ китабын туйланы
Яҡташыбыҙ китабын туйланы

– Беҙҙең Башҡорт Үргене ауылы тураһында яҙма сығанаҡтар бик аҙ, ололарҙың хәтирәләрен яҙып алыусылар ҙа булмаған тиерлек, – тип һөйләй Юлай Вәли улы. – Уйлап ҡараһаң, ошо Үргендең күп йыллыҡ данлы тарихы бар, быуаттар буйы ул тирә-йүндәге иң ҙур ауылдарҙың береһе һәм мәғрифәт үҙәге булған.

Юлай Солтанбаевты беҙ күберәк Үрген урта мәктәбен оҙаҡ йылдар етәкләгән директор тип беләбеҙ. Тап ул эшләгән ваҡытта Үргендә яңы мәктәп төҙөлә, уҡыусыларының даны республика кимәленә сыға. Ғөмүмән, бай тарихлы ауылдан бик күп билдәле шәхестәр, ғалимдар сыҡҡан. Әммә быға тиклем улар хаҡында яҙылған мәҡәләләрҙе бергә туплаусы ғына булманы. Юлай ағай хаҡлы ялға сығыу менән, әйтерһең, оҙаҡ йылдар ошоно ғына көтөп йөрөгәндәй, яңы дәрт менән яҙыусылыҡ эшенә тотондо. Әленән-әле уның яҡташтары хаҡындағы фәһемле мәҡәләләре “Ейәнсура таңдары”, “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрендә донъя күрҙе. Юлай ағай үҙе тере энциклопедия кеүек, белмәгәне юҡ. Уның менән һөйләшеп ултырыуы үҙе бер ғүмер, осрашҡан һайын уны яңы яҡтан асаһың.

Автор үҙе һөйләүенсә, йыйынтыҡ ауылыбыҙҙың бай тарихының бәләкәй генә өлөшөн үҙенең эсенә алған. Киләсәктә уны тулыландырып баҫтырыу күҙ уңында тотола.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-35065816_269958

 
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: