Бөтә яңылыҡтар

Һыуҙа ике кешенең кәүҙәһе табылған

Башҡортостанда һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар булған

Һыуҙа ике кешенең кәүҙәһе табылған
Һыуҙа ике кешенең кәүҙәһе табылған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы һыуҙа кешеләр табылыуы тураһында хәбәр итте.

Кисә Туймазы районында Туймазы йылғаһынан ир кешенең кәүҙәһы сығарылған һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, тикшереү эштәре алып барыла.

Стәрлетамаҡта Ольховка йылғаһы янында ямғыр ҡоҙоҡтары торбаһы эргәһендә шулай уҡ ир кешенең кәүҙәһе табылған. Уны сығарып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар. Батыусының шәхесе һәм ваҡиғаның хәл-шарттары асыҡлана.

Фото:ГУ МЧС по РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: