Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
31 Март 2023, 09:46

Һалдаттар күңелен “Изгелек усағы” йылытһын

Таҙлар мәктәбендә ветеран-педагог Фирҙәүес Хәлитова менән директор урынбаҫары Әнзинә Дүшәнбаева ойошторған “Изгелек усағы” сараһында уҡыусылар махсус операциялағы яҡташтар өсөн майшәмдәр эшләне.

Һалдаттар күңелен “Изгелек усағы” йылытһын
Һалдаттар күңелен “Изгелек усағы” йылытһын

Улар Фирҙәүес Минһаж ҡыҙы менән тыуған ил, илһөйәрлек хаҡында әңгәмәләште.

– Һалдаттар ауыр ялан шарттарында беҙ эшләгән блиндаж шәмдәренә ҡарап, рух күтәренкелеге алыр, уларҙа тиҙ арала өйҙәренә ҡайтыуға өмөт уяныр, – ти 9-сы класс уҡыусыһы Самира.

Айгөл Ҡылысбаева.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: