

15 июлгә тиклем дауам итәсәк кампанияла 18-27 йәшлек рәсәйлеләр хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Ә Алыҫ Себерҙә йәшәүселәр һәм педагогтар өсөн ул бер айға һуңлап башлана. Тик был саҡырылыусылар барыһы ла әрме сафына оҙатыласаҡ, тигәнде аңлатмай. Юғары уҡыу йорттары һәм аспирантура студенттары, ярашлы аккредитацияһы булған компанияла эшләүсе айтишниктар, ике һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала йәки өс йәшкә тиклемге ғәрип бала тәрбиәләгән, балаларын үҙҙәре генә ҡараған атайҙар, ҡатындары 26 аҙнанан күберәк йөклө булған ирҙәр, ауырыу туғандарын йәки оло йәштәге ата-әсәһен ҡараусылар хәрби хеҙмәткә барыуҙан кисектереү аласаҡ. Ә медицина тикшереүе үткәндә ҡайһы бер төр сир асыҡланһа, ир-егет хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла.
Хеҙмәт итеү ваҡыты элеккесә – 12 ай. Һалдаттың ҡайһы ғәскәргә эләгеүе интеллектуаль һәм физик мөмкинлектәренә, шулай уҡ РФ армияһының тулыланыуына ҡарап билдәләнәсәк.
Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары хәрби комиссариаты саҡырылыш бүлексәһе начальнигының өлкән ярҙамсыһы Розалия Сәғитова әйтеүенсә, был кампанияла Ейәнсуранан 60 егет саҡырыла. Апрелдең тәүге яртыһында буласаҡ медицина комиссияһынан һуң уларҙың хеҙмәткә ҡасан һәм ҡайҙа юлланасағы хәл ителә. Хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылғандарына кисектереү биреләсәк.
Айнә ИМАНҒОЛОВА.