Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Апрель 2023, 19:15

Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша

2024 йылда төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреү башланды

Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда төҙөкләндереү объекттары өсөн бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү башланыуы тураһында хәбәр итте.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, былтыр Башҡортостандан 122 объект тауыш биреүгә сығарылһа, быйыл улар 185. Тауыш биреүҙең асылы шунда: кешеләр үҙҙәренең муниципалитеттарындағы ҡайһы паркты, скверҙы һ.б. беренсе сиратта тәртипкә килтереү кәрәклеген үҙҙәре билдәләй. Еңеүсе объекттарҙы төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан аҡса бүленә.

Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Ул 2.gorodsreda.ru платформаһында 31 майға тиклем дауам итә.

Ейәнсура районынан Яңы Павловкалағы “Дуҫлыҡ” паркын, Иҫәнғол ауылының Совет урамындағы скверҙы һәм “Аҡ сатыр” паркын төҙөкләндереү буйынса тауыш биреү үткәрелә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: