

«ВАЗ 21102» һәм «Хино» йөк автомобиле бәрелеү һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе менән пассажиры алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусыларҙың Ейәнсура егеттәре булыуы асыҡланған. Әле Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тикшереү алып бара.
Сығанаҡ һәм фотолар: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ырымбур өлкәһе буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Фажиғә айҡанлы тәрән ҡайғы белдерәбеҙ, мәрхүмдәрҙең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡтар бирһен. Мәрхүмдәрҙең имандары юлдаш булһын.