

Тиҙҙән, 24 апрелдә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә Ейәнсура районынан сираттағы гуманитар ярҙам юлланасаҡ. Бөгөн тотош район халҡы ошо юҫыҡта, егеттәребеҙгә ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтеү буйынса әүҙем эш алып бара.
Бөгөн район ҡатын-ҡыҙҙар советы ла район ветерандар советы һәм "Йырау" халыҡ ансамбле ағзалары менән берлектә Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәгендә масировкалау селтәре үреү эшенә тотондо.
"Ваҡыт тар, ә эшләйһе эш етерлек", - ти ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зүлиә Мусина. Ул шулай уҡ изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләгән 8ёр кемде иртәгә, 20 апрелдә сәғ. 9-ҙан көн дауамында үҙәктә көтөп ҡала.
Балалар ижады үҙәге Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 2-1 адресы буйынса (1-се мәктәп янында) урынлашҡан. Белешмә өсөн телефон: 2-19-15