Атайсал
23 Апреля 2023, 08:19

Өмбәттәр ярҙам акцияһынан ситтә ҡалманы

Иртәгә райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар ярҙам оҙатыласаҡ.

Өмбәттәр ярҙам акцияһынан ситтә ҡалманыӨмбәттәр ярҙам акцияһынан ситтә ҡалманы
Өмбәттәр ярҙам акцияһынан ситтә ҡалманы

Юл йөрөү ҙә ауыр түгел, 
Кеҫәлә булһа ҡорот. 
Юлда – юлдаш, яуҙа – яуҙаш 
Башҡортҡа – кипкән ҡорот.
"Өмбәт ағинәйҙәре" ойошмаһы ла махсус хәрби операциялағыларға ярҙам акцияһынан ситтә ҡалманы. Улар һәр саҡ яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр әҙерләргә тырыша. Март айында оҙатылған гуманитар ярҙамға маскировка сеткаһы бәйләгәйнелар.Был юлы иһә һалдаттарҙың "Беҙҙе ҡайғыртып, күңел йылыһын һалып әҙерләп ебәргән һәр әйбер - ризыҡҡа бик шатбыҙ, ләкин борон - борондан юлда ла, яуҙа ла һәр башҡорт үҙе менән йөрөткән кипкән ҡорот булһа ине, тигән үтенестәрен белгәс тә кипкән ҡорот әҙерләүгә тотондолар.
Ысынлап та төрлө шарттарҙа ҡалырға тура килгән һалдаттарға ҡорот бик кәрәкле һәм файҙалы. Сөнки ул халыҡ медицинаһында һалҡын тейгәндә, күңел болғанғанда, аппетит булмағанда, эс киткәндә, йылан саҡҡанда ҡулланыла. Ҡорот хәлһеҙлектән, аҙ ҡанлылыҡтан ярҙам итә, күңел төшөнкөлөгө, баш, йөрәк ауыртыу, һыҙланыуҙарҙы бөтөрә. Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Беҙ әҙерләгән ҡороттар яугирҙәргә аш та, дауа ла, шифа ла булһын ине. - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Гөлфирә Хәмиҙуллина.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас