Атайсал
24 Апрель 2023, 08:36

Арсендар - "Айсберг"та

Арсен ауылы балалары хоккей менән дуҫ икәнен күптәр белә. Бында нәҡ ошо спорт төрөн үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Шуға ла хоккей уйыны малалайҙарҙа ғына түгел, ҡыҙҙарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әле арсендәр йәнә бер бүләк алды.

Арсендар  - "Айсберг"таАрсендар  - "Айсберг"та
Арсендар - "Айсберг"та

Кисә бәләкәй хокейсылар ауылдаштары Александр Панов, Илшат Яппаров һәм Валерия Тахтарованың ярҙамы менән Медногорск ҡалаһының "Айсберг" боҙ һарайында булып ҡайтты. 

Һалҡын боҙ, йәнле аралашыу, күңелле музыка - барыһы ла ялды күңелле һәм файҙалы үткәреү мөмкинлеге бирҙе.

Моғайын, ойошторолған ошондай сәйәхәттәр башҡа балаларҙы ла сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итер.

Мәғлүмәт: Арсен ауыл клубы төркөмөнән.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас