

Сара колледждың тамашалар залында ойошторолған осрашыу менән башланды. Уҡыусыларҙы директорҙың уҡытыу-производство буйынса урынбаҫары Ә. Ноғоманова сәләмләне. Ә район хакимиәте башлығы урынбаҫары М. Мөхәмәтов йәштәргә районда һөнәри үҫеш мөмкинлеге хаҡында һөйләне.
"Һөңәрҙәр шоуы" формаһында үткән сарала уҡыусылар ашнаҡсы эше, ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәрҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Һөнәр һайлау алдында торған уҡыусылар өсөн был сара файҙалы булғандыр. Моғайын, уларҙың ҡайһыларылыр ошо уҡыу йортон һайлар, тип ышанғы килә.