

Бындай ярҙам туғыҙынсы тапҡыр ебәрелде. Уны әҙерләүгә батырҙарыбыҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кеше, һәр ауыл биләмәһе ҡушылды. Район ҡатын-ҡыҙҙары тыуған яҡты хәтерләтер аш-һыу - ҡорот, сәк-сәк, туҡмас, майлы һәм сөс икмәк, ит һәм башҡа ризыҡтар бешереүҙән тыш, яугирҙәргә бер нисә маскировкалау селтәре лә ебәрҙе. Шулай уҡ йыйылған дөйөм аҡсаға "Нива" автомобиле, квадрокоптерҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынып оҙатылды.
Ярҙамды "Бөркөт" хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы егеттәре район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов оҙатыуында тәғәйен урынға алып барып еткерҙе.