Атайсал
1 Май 2023, 10:50

Иҙәштән ары юлға асфальт һалынасаҡмы?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе ЕЙӘНСУРА район хакимиәте башлығы ДӘМИН ЮЛАНОВ журналистар менән булған осрашыуҙа.  

Иҙәштән ары юлға асфальт һалынасаҡмы?Иҙәштән ары юлға асфальт һалынасаҡмы?
Иҙәштән ары юлға асфальт һалынасаҡмы?

Элмәле ауылында тыуып-үҫеп әле Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Наил Хужәхмәтов мөрәжәғәте:

”Октябрьскийҙа Яңыбай, Ҡужанаҡ, Байыш һ.б. ауылдарҙан йәшәүселәр күп. Һәр ҡайһыбыҙ тыуған яҡҡа йылына кәмендә ике тапҡыр ҡайтып әйләнә. 600 км юлды үтәбеҙ ҙә, ҡалған 100 саҡырымды ҡоро көндә – саңға, ямғырлы көндә  ҡойоға ҡойоноп ҡайтып инәбеҙ. Шуға Иҙәштән ары юлға асфальт һалыу берәй программаға индерелмәйме, ҡасан көтөргә?"

Дәмин Марат улы:

– Быйыл ҙур эш башҡарыласаҡ – Үтәғол янындағы 2 км урау юлға асфальт һалынасаҡ. Яҡынса хаҡы 70 млн-ға төшәсәк. Был ҙур аҙым. Юл хужалығы идаралығы етәкселегенә Иҙәштән Иҙелбәккә тиклем 18 км-ға капремонт эшләү буйынса сыҡтыҡ. Үкенескә, финанс мөмкинлектәргә бәйле, был эштәр туҡтап тора. Ҡырсынташ түшәлгән юлды ҡаты япмалыға күсереү бик ҡыйбатҡа төшә, яҡынса бер км-ы – 35 млн һум тора. Шуға юлдарға өлөшләп-өлөшләп капремонт эшләйәсәкбеҙ. Үрҙә әйтелгән юлға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Йыл да яҡынса биш км юлға ремонт яһайбыҙ. Быйыл Муйнаҡ ауылы янындағы 2,5 км юл эшләнеп бөтәсәк. Тағы ла планда Башҡорт Самаҙыһы янындағы япманы яңыртыу. Ә бөгөн халыҡ һораған Биштирәк, Яңыбай юлдарын асфальтлауға килгәндә, Үрге Һарыбил-Ҡыуандыҡ юлында Иҙәшкә тиклемге 75 км тирәһенә асфальт һалынған. Эйе, тағы ла 30 км-ға түшәргә кәрәк. Әммә алдағы өс-дүрт йылда көтөлмәй.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас