Атайсал
11 Май 2023, 12:17

ЙӘШ ҒАЛИМДАРЫБЫҘ ӨСӨН ҠЫУАНАБЫҘ!

Башҡортостан университеттарының 15 ғалимы Берләшкән Ғәрәп Эмираттарында стажировка үтте. Ошо йәш ғалимдар араһында Ейәнсура районы егеттәре лә булды. Улар – М.Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университетының көнсығыш  телдәр үҙәге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Айтуған Ҡуланшин (Сәғит ауылы) һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының тупраҡ ғилеме, агрохимия һәм игенселек кафедраһы профессоры, агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультеты деканы Илгиз Асылбаев (Абзан ауылы).

Башҡортостан университеттарының 15 ғалимы Берләшкән Ғәрәп Эмираттарында стажировка үтте. “Был быйыл Евразия фәнни-белем биреү үҙәге  ойошторған беренсе халыҡ-ара стажировка. Был маҡсатҡа беҙ республика бюджетынан аҡса бүлдек”, – тине был турала комментарийҙа Радий Хәбиров.

Аграрийҙар ауыл хужалығында инновацион технологиялар менән танышты, ҡатмарлы климат шарттарында ауыл хужалығы культураларының яңы сорттарын нисек үҫтереүҙәрен ҡараны. Медицина ғалимдары молекуляр онкология өлкәһендә берлектәге тикшеренеүҙәр тураһында һөйләшеп килеште. Бынан тыш, көнсығыш телдәрен өйрәнеү һәм өйрәнеү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға ла иҫәп тотола. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге университеттары менән артабанғы тәжрибә уртаҡлашыуға Ғәрәп Эмираттары  ғалимдарында ла ҡыҙыҡһыныу уяна.

Ошо йәш ғалимдар араһында Ейәнсура районы егеттәре лә булды. Улар – М.Аҡмулла исемендәге башҡорт педагогия университетының көнсығыш  телдәр үҙәге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Айтуған Ҡуланшин (Сәғит ауылы) һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының тупраҡ ғилеме, агрохимия һәм игенселек кафедраһы профессоры, агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультеты деканы Илгиз Асылбаев ().

Айтуған Йомабай улы стажировканан үҙенең тәьҫораттары менән  ураҡлашты:

- Сарала күберәк йәш ғалимдар ҡатнашты. Был төп шарт булып торҙо. Мин ғәрәп телен уҡытыу мәсьәләләрен, ғәрәп телдәрен өйрәнеү белгесе булараҡ барҙым. Төрлө-төрлө университеттарҙа, шул иҫәптән, Шарджала урынлашҡан ғәрәп телен өйрәнеү университетында булдыҡ. Беҙҙең республикабыҙ тураһында унда белем бөтмәйҙәр, шуға күрә лә унда барыу, бер яҡтан, беҙҙең өсөн тәжрибә туплау булһа, икенсе яҡтан сит мәмләкәттә республиканы танытыу ине. Мин ғәрәптәр менән улар телендә аралаштым, ҡалғандар – инглиз телендә. Үҙебеҙ менән таныштырған ваҡытта мин иң тәүҙә үҙебеҙҙең Башҡортостан, уның ҡайҙа урынлашыуы тураһында һөйләнем. Ғәрәптәр беҙҙең республиканың Рәсәйҙең ислам үҙәге икәнен әйткәндә аптырап хайран ҡалдылар. Диниә назаратының Өфөлә Екатерина II ваҡытынан бирле булғаны тураһында ла еткерҙем уларға. Стажировканың маҡсаты – Башҡортостанды презентациялау, уның мәҙәниәте, телдең уларҙыҡы менән оҡшашлығын еткереү, Рәсәйҙә лә мосолман республикаһы барлығын белдереү ине.

Илгиз Ғәлләм улы әйтеүенсә, стажировка файҙалы ңш контакттары урынлаштырыу өсөн шәп мөмкинлек биргән.

– Бергәләшеп баҫма әүҙемлеге һәм тәжрибә уртаҡлашыу тураһында, ICBA интернациональ ауыл хужалығы үҙәге менән фәнни стажиоровкалар ойоштороу буйынса килешеүҙәр төҙөлдө. Был үҙәктә тупраҡтың, үҫемлек өлгөләрен лаборатор тикшереүҙәр үткәреү өсөн көслө лаборатор база эшләп килә. Ҡоро климатлы илдә һуғарыу системаларының нисек ойошторолоуын һәм яһалма тупраҡтың нисек булдырылыуын, ҡоро климатҡа сыҙамлы шарттарҙа үрсеү өсөн яңы сорттар сығарылыуын белеү бик файҙалы булды. Ғалим-аграрийҙар араһында бындай ғилми стажировка магистранттар әҙерләү сифатын камиллаштырыу, аграрий фәнендә яңы белемдәр һәм асыштар алыу өсөн ҡеүәтле импульс бирә.

Беҙ Ейәнсура егеттәренең шундай мәртәбәле сарала ҡатнашыуы менән ғорурланабыҙ. Улар сит илдәрҙә Башҡортостанды ғына түгел, районыбыҙҙы ла танытырҙар.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас