Атайсал
16 Май 2023, 07:26

Бер юлы ике һәм унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләргә ярҙам сараһы

Бөгөн республикала бер юлы ике һәм унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән "Семейный бумеранг доброты" даими акцияһы старт алды.   "Ғаилә" үҙәгенә теләүселәр яңы һәм шулай уҡ тотонолған балалар әйберҙәре: балалар мебеле, коляска, ашатыу өсөн өҫтәл, сана һ.б. алып килеп тапшыра ала.

Эре габаритлы әйберҙәрҙе алып килеү   алдан яҙылыу  буйынса. 

2022 йылда барлығы 3800 балалар тауары тапшырылған. 

⚡ Акцияла ҡатнашып һеҙ:
-башҡа ғаиләләргә ярҙам итәһегеҙ;
-республиканың экологияһына өлөш индерәһегеҙ;
-балаларға тауарҙы аҡыл менән ҡулланыу ғәҙәте тәрбиәләйһегеҙ.

 🔁Социаль селтәрҙәге сәхифәгеҙҙә был яҙма менән бүлешеп, һеҙ изгелек бумерангына бөтә республиканы урап үтергә ярҙам итәсәкһегеҙ.
Акция 16 майҙан 16 июнгә тиклем дауам итә. 
☎ Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-800-347-5000.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас