

МЧС-тың Башҡортостан буйынса баш идаралағы, Башгидрометүҙәк прогнозы буйынса, 21 майҙа Башҡортостандың төньяҡ һәм таулы райондарында һауала һәм ер өҫтөндә –2 градусҡа тиклем һыуытып, ҡырау төшөүе көтөлөүе тураһында хәбәр итә.
“Ер өҫтөндәге ҡырауға бәйле ауыл хужалығы культураларының һәм йылы яратаҡан үҫемлектәрҙең һәләк булыу ихтималы бар, электр йылытыу приборҙарын, мейестәрҙе ҡулланыу күбәйә, ошоға бәйле торлаҡ, социаль-мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналарҙа янғын сығыу ихтималлығы арта”, – тип белдерҙеләр ведомствола.
Яндекс.Һауа торош сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, көньяҡ райондарҙа, шул иҫәптән Ейәнсурала һауа торошонда киҫкен үҙгәрештәр көтөлмәй. Бөгөн һәм киләһе ике көндә аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Һауа температураһы төндә +6...+14, көндөҙ +22...23, дүшәмбелә +26 градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Фото: piqsels.com