Атайсал
24 Мая 2023, 08:10

«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, 5 июнгә тиклем теркәлегеҙ!

Был - Рәсәй уҡытыусыларының, лекторҙарының, авторҙарының, блогерҙарының, фәнде киң йәйелдереүселәренең һәм башҡа мәғариф эшмәкәрҙәренең ҡаҙаныштарын күрһәтеү өсөн 2021 йылда булдырылған илдең төп премияһы.

«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, 5 июнгә тиклем теркәлегеҙ!«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, 5 июнгә тиклем теркәлегеҙ!
«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, 5 июнгә тиклем теркәлегеҙ!

Премия менән мәғрифәтселек проекттары һәм төрлө өлкә компаниялары ла билдәләнә.

  Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала

  Үҙеңде генә түгел, ҡыҙыҡлы проекттарҙы, шулай уҡ 2022-2023 йылдарҙа мәғарифҡа тос өлөш индергән кешеләрҙе лә күрһәтергә мөмкин

Номинанттар категориялары

Мәғрифәтсе:

- идея һәм белемде әүҙем таратыусы эшмәкәр

- 2022-2023 йылдарҙа мәғрифәткә тос өлөш индергән кеше

- 18 йәштән - РФ гражданлығы - уҡытыусы, лектор, автор, блогер, фәнде киң йәйелдереүсе һәм башҡалар

Мәғрифәтселек проекты:

- ижади йәки маҡсатҡа йүнәлешле эшмәкәрлек һөҙөмтәһе

- кешеләрҙең фән, белем алыу һәм мәҙәни кимәлен күтәрә

- 2022-2023 йылдарҙа мәғарифҡа ҙур өлөш индергән

- фильм, китап, блог, платформа, мәғрифәтселеккә һәм башҡаға йүнәлтелгән саралар комплексы

Мәғариф компанияһы:

- юридик шәхес

- төп эшмәкәрлектән тыш, мәғарифҡа йүнәлтелгән саралар йәки проекттар комплексын тормошҡа ашыра

- белем, тәжрибә бирә, оҫталыҡ һәм күнекмәләр эшләүҙе өйрәтеү өҫтөндә көс һала

- кешеләрҙең фән, белем алыу һәм мәҙәни кимәлен күтәрә

Номинация һайлау һәм теркәлеү һылтанма буйынса: https://premiya.znanierussia.ru

Премия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй «Белем» йәмғиәте сайтында: https://vk.cc/cn3GtJ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас