Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Май 2023, 11:55

Бөгөн - Рәсәй эшҡыуарлығы көнө

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов район эшҡыуарҙарын байрам менән ҡотланы

Бөгөн - Рәсәй эшҡыуарлығы көнө
Бөгөн - Рәсәй эшҡыуарлығы көнө

Хөрмәтле эшҡыуарҙар! Һеҙҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ҡотлайым!
Был көндә беҙ үҙ эшен ойоштора һәм уңышлы үҫтерә алған, иҡтисадта үҙ урынын тапҡан энергиялы, инициативалы кешеләрҙе хөрмәтләйбеҙ. Һеҙ мөһим һәм яуаплы эш менән шөғөллә­нәһегеҙ, райондың социаль һәм иҡтисади тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә тос өлөш индерәһегеҙ, яңы эш урындары булдыраһығыҙ.
Һеҙҙең күптәрегеҙ райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, ҙур хәйриә эшмәкәрлеге алып барыуы ҡыуаныслы. Берҙәм тырышлыҡ менән беҙ Ейәнсура районының тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешеүе өсөн ҡулайлы шарттар булдырыуыбыҙға ышанам.
Байрам көнөндә һеҙгә хатта ҡатмарлы осорҙа ла уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек биргән энергияғыҙ, ныҡышмаллығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә артабан сәскә атыуығыҙҙы, именлек, ныҡлы һаулыҡ, яңы уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: