

Атайҙары өҙҙөрөп мандалинала уйнаған, йыр-моңға маһир, телгә бай һүҙле булған. Был һәләтте балаларына еткергән. Иҫән-һау сағында балалары менән бергә клуб сәхнәһедә сығыш яһармын тигән әйтеүе лә булған, ләкин был әйтеүе тормошҡа ашмаған. Атайҙарың әйтеүен балалары тормошҡа ашырҙы.
Рәзилә апай йырлаһа, Ғилмитдин еҙнәй өҙҙөрөп гармунда уйнаны. Рәмзиә апай, Урал еҙнәй, Нурия еңгәй һағышлы ла, дәртле лә йырҙарын бүләк иттеләр. Роза апай тел байлығы менән концертты оҫта алып барҙы, Хәлит гармунда уйнап йырлап, йәшлеккә алып ҡайтты. Вадим кейәүҙәре гармон көйҙәренән попури тәҡдим итте. Бәләкәс Кәүсәриә лә ситтә ҡалманы, үҙенең йырын тамашасыға бүләк итте.
Йырлап ҡына ҡалманылар, скетчтарҙа,көләмәстәрҙә, йәнгә үтеп инерлек шығырҙарҙа булды был тамашала. Иң ҡыуаныслыһы гармун моңона һыуһаған халыҡҡа, гармун менән барған концерт бик оҡшаны. Хәтәр шәп концерт булды! Уларға рәхмәт әйтәһе килә. Ғаиләре имен - һау,туғанлыҡ ептәре һәр саҡ ошолай ныҡлы булһын, моңдары ашып - ташып торһон.