

Яҡын көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итте синоптиктар.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +27...+32 градус.
31 майҙа шулай уҡ артыҡ яуым-төшөм вәғәҙә итмәйҙәр, тик урыны менән генә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел көньяҡтан, еңелсә, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15...+20, көндөҙ +27...+32 градус тәшкил итәсәк.
Йәйҙең беренсе көнөндә, 1 июндә, элеккесә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, еңелсә, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +15...+20, көндөҙ +27...+32 градус буласаҡ.