

Һөт файҙалы микроэлементтарға, аминокислоталарға, витаминдарға һәм минералдарға бай. Әгәр ике ризыҡтың файҙалы матдәләре ҡушылһа, улар үҙҙәренең бөтә файҙаһын аса. Шул уҡ ваҡытта бындай эсемлек йомшаҡ тәмгә эйә була, ундағы файҙалы матдәләр комплексы тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үҙләштерелә.
Һөтлө сәй нервы системаһын тотороҡландырырға ярҙам итә һәм кеше организмының тонусын күтәрә. Бынан тыш, был эсемлектәге танин һәм һөт кислоталары бауырҙы зарарлы матдәләрҙән арындырып, организмды шлактарҙан һәм токсиндарҙан таҙартырға ярҙам итә. Шулай уҡ һөтлө сәй бер аҙ һейҙек ҡыуҙырыу эффекты менән айырыла, был бөйөрҙәр эшмәкәрлеген нормалләштереүгә булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын тиҙәйтә, майҙарҙы яндыра һәм асығыу тойғоһонан арындыра.
Бындай эсемлек иммунитетты нығытыу эффектына ла эйә, сөнки унда С витамины, һәм антиоксданттар бар, улар айырыуса йәшел сортлы сәйҙәрҙә күп.
Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар. Мәҫәлән, һейҙек сығарыу юлдары инфекцияһы һәм бөйөрҙәр патологияһы булған кешеләргә һөтлө сәйҙән баш тартыу яҡшыраҡ. Шулай уҡ тимер, витаминдар һәм микроэлементтар дефициты булғандарға ла һөтлө сәй эсмәү хәйерле. Был эсемлектең ҡайһы бер ферменттары ашҡаҙан-эсәк юлында тимерҙең үҙләштерелеүенә ҡамасаулауы ихтимал. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлы патологиялары булғанда, һөтлө сәйҙән баш тартыу яҡшыраҡ, сөнки ул әсеүгә һәм эс күбеүенә килтереүе мөмкин, шул арҡала ашаған ризыҡтар яртылаш ҡына үҙләштереләсәк.
Тағы бер нәмәне иҫәпкә алырға кәрәк: бындай эсемлек дарыуҙарҙың актив компоненттары үҙләштерелеүен дә тотҡарларға мөмкин. Шуға күрә препараттар менән дауалау курсы тәғәйенләгән булһа, һөтлө сәй менән һаҡ булыу яҡшы, сөнки ул дарыу компоненттарының ҡанға үтеп инеүен ике сәғәткә туҡтата.
Башҡа эсемлектәр һәм ризыҡтар кеүек үк һөтлө сәйҙе лә ҡулланыу самаһын онотмау яҡшы – иң күбендә тәүлегенә 700 грамм. Өҫтәүенә, башҡа ваҡыттағы туҡланыуға һәм ҡамыр аҙыҡтарға ҡушып түгел, ә монопродукт булараҡ эсергә кәрәк.