Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн эш көнө ҡыҫҡартыламы?

...

Бөгөн эш көнө ҡыҫҡартыламы?
Бөгөн эш көнө ҡыҫҡартыламы?

Башҡортостандың хеҙмәт министрлығында белдереүҙәренсә, 9 июнь ҡыҫҡартылған эш көнө түгел.

Йыл һайын 12 июндә билдәләнеүсе Рәсәй көнө быйыл дүшәмбегә тура килә. 9 июнь – байрам көндәре алдынан һуңғы эш көнө, әммә ул байрам алды көнө булып тормай, тип аңлаттылар ведомствола.

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы буйынса, эшләмәй торған байрам көнө алдынан килгән эш көнө генә бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. 9 июнь ундай көн була алмай, шунлыҡтан был көндә эш көнөн оҙайлылығы үҙгәрешһеҙ ҡала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Рәсәй көнөнә бәйле республикала, бөтә илдәге кеүек үк, 10, 11 һәм 12 июнь ял көндәре булып тора.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: