Атайсал
18 Июнь 2023, 04:30

Ейәнсурала ныҡ ҡына һалҡынайта

Аҙна башында Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйеүе көтөлә.

Ейәнсурала ныҡ ҡына һалҡынайтаЕйәнсурала ныҡ ҡына һалҡынайта
Ейәнсурала ныҡ ҡына һалҡынайта

Яндекс. Һауа торошо сервисы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн районда болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +18...+19, төндә +10...+16 градус булыуы көтөлә. Ел төньяҡтан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе аҙнаның тәүге ике көнөндә, 19 һәм 20 июндә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +13...+17, төндә +4 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 7-8 м тиҙлектә иҫә, тип прогноз бирә синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас