Атайсал
18 Июнь 2023, 13:35

Табиплыҡ – уларҙың булмышы

...

Табиплыҡ – уларҙың булмышыТабиплыҡ – уларҙың булмышы
Табиплыҡ – уларҙың булмышы

Буласаҡ һөнәрен бала саҡтан һайлап, ошо хыялына тоғро ҡалғандар бик һирәк. Районда ғына түгел, республикала киң билдәле табиптар Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Светлана Рауил ҡыҙы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Ғәфүр Дәүләткирәй улы Мәһәҙиевтар – тап шундайҙарҙан.

Улар мәктәп эскәмйәһенән үк табип булырға хыяллана. Икеһе бер үк йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Бынан 50 йыл элек ҡулдарына диплом алған йәш табиптар хеҙмәт юлдарын Әбйәлил районы дауаханаһында башлай. Ә 1979 йылдан алы хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған райондарында – Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһында намыҫлы хеҙмәт итеп, райондаштарының оло ихтирамын яуланылар.

Мәһәҙиевтар хаҡында тулыраҡ “Ейәнсура таңдары” гәзитенең 24-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас