Атайсал
29 Июня 2023, 09:17

Башҡортостан Мәскәү һабантуйына әҙерләнә

Байрам 1 июлдә “Коломенское” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үтә. Быйыл һабантуйҙың абруйлы ҡунаҡтары махсус хәрби операция геройҙары була, сара армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 100 йыллығына арнала.

Фестиваль барышында күренекле хәрби начальник, йәнә алты һуғыш ветеранының тормошо тураһында фотоэкспозиция тәҡдим ителә. Беҙҙең Республиканан Мәскәү һабантуйында Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Ҡырмыҫҡалы районы ҡатнаша. Милли майҙансыҡта фольклор ауылы төҙөлә, унда ҡунаҡтар башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолалары менән таныша ала.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас