

Ҡәҙерле ейәнсуралар! Изге йола буйынса илебеҙ 8 июлдә бик матур байрамды – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләй.
Тамырҙары быуаттар төпкөлөнә тоташҡан йәш байрам сығанағы ғаиләлә булған ҡиммәттәрҙе: парлы тормош бәхетен, йорт усағы йылыһын, яҡын кешеләрең менән аралашыу шатлығын кәүҙәләндерә. Ғаилә һәр кемде көслөрәк итә, уңыштарға һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итә, ғаиләлә баланың эске донъяһы, характеры һәм шәхесе формалаша, Тыуған илгә һөйөү, эшһөйәрлек, ололарға ихтирам тәрбиәләнә. Беҙҙең һәр кемебеҙ өсөн ғаилә – көс, изгелек һәм ижади энергия сығанағы, көндәлек тормош ҡыйынлыҡтарынан арығанда һыйыныр урын. Шуға күрә ғаилә институтын нығытыу, уның социаль яҡланыуын көсәйтеү, әсә һәм бала һаулығын һаҡлау, демографик хәл-торошто яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыу – урындағы үҙидара органдары эшендә өҫтөнлөклө бурыстар.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бөтә йөрәктән сәләмәтлек, оҙон ғүмер, мөхәббәт һәм именлек теләйем. Бәхетле ғаиләләр ни тиклем күберәк булһа, балаларҙың шатлыҡлы көлөүе шул тиклем йышыраҡ яңғырар, районыбыҙ – уңышлыраҡ, илебеҙ көслөрәк булыр. Байрам менән!