Атайсал
20 Июль 2023, 07:35

“Аҡса ебәрмәһәгеҙ, яҡындарығыҙ һәләк буласаҡ”

«Экстрасенстар» пенсионерканың 1,3 млн һум аҡсаһын үҙләштергән

“Аҡса ебәрмәһәгеҙ, яҡындырығыҙ һәләк буласаҡ”“Аҡса ебәрмәһәгеҙ, яҡындырығыҙ һәләк буласаҡ”
“Аҡса ебәрмәһәгеҙ, яҡындырығыҙ һәләк буласаҡ”

Нефтекамала йәшәүсе 65 йәшлек ҡатын “экстрасенстар”ға 1 млн 300 мең һумдан артыҡ аҡсаһын күсергән, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Полицияға яҙған ғаризаһында күрһәтеүенсә, ул бер телеканалда рекламаға иғтибар иткән. Күрһәтелгән номер буйынса шылтыратҡан. “Дауалаусылар” ҡурҡыныс боҙом булыуы һәм ул уның ғаилә ағзаларына үлем янауы тураһында һөйләгәндәр. Телефон аша сеанстар тәҡдим иткәндәр.

Шулай итеп, 2023 йылдың мартынан алып ҡатындың аҡсаһын яйлап үҙҙәренә күсерткәндәр. Үҙенең аҡсаһы бөткәс, алдаҡ ҡорбаны кредиттар алырға мәжбүр булған. Хәҙер банктар пенсионеркаға кредит бирмәй, ә “күрәҙәселәр” уға шылтыратыуын дауам итә һәм аҡса ебәрмәһәгеҙ, яҡындырығыҙ һәләк буласаҡ, тип ҡурҡыта.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас