Атайсал
28 Июль 2023, 12:15

Башҡортостанда Әмирҙәр һәм Амелиялар күбәйгән

2023 йылда яңы тыуған балаларға иң йыш һәм һирәк ҡушылған исемдәр тураһында билдәле булды

Башҡортостанда Әмирҙәр һәм Амелиялар күбәйгәнБашҡортостанда Әмирҙәр һәм Амелиялар күбәйгән
Башҡортостанда Әмирҙәр һәм Амелиялар күбәйгән

2023 йылда Башҡортостанда  балаларға ниндәй исем ҡушыуҙары билдәле булды. Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрында күрһәтелгән. Был хаҡта ufa.kp.ru хәбәр итте.

Иң популяр исемдәр ҡыҙҙар араһында Амелия, малайҙарҙа Әмир. 27 июлгә ҡарата республикала 491 балаға Әмир исеме ҡушылған, шуларҙың 44-е һуңғы аҙнала. Июлдең 16-һынан 27-һенә тиклем 29 Амелия тыуған.

Күрһәтелгән осорҙа эксклюзив, йәғни һирәк исемдәр: малайҙарҙа Динарис, Сайфуллох, Юлиан, Абдулбори һәм Саваш, ҡыҙҙарҙа Анара, Умми, Раделя, Дэрийа, шулай уҡ Зәлиә.

Һирәк исемдәр һәр отчет осоро өсөн үҙгәреп тора. 17 июлгә ҡарата Раделя, Санам, Рейана, Велислава һәм Софи иң һирәк осраусы исемдәр булған. Малайҙарҙа һирәк исемдәр иһә: Әбделдкәрим, Аллан, Бао Лонг, Али-Хөсәйен и Илтуған, һәм хатта Эльвира.

Читайте нас