Атайсал
1 Август 2023, 12:55

200 мең һумлыҡ түләм кемдәргә түләнә?

Башҡортостан Хөкүмәте республика Башлығы Радий Хәбировтың указына аңлатма бирҙе

200 мең һумлыҡ түләм кемдәргә түләнә?200 мең һумлыҡ түләм кемдәргә түләнә?
200 мең һумлыҡ түләм кемдәргә түләнә?

Республикала 200 мең һум аҡса аласаҡ махсус хәрби операция ҡатнашусылары даирәһе киңәйтелде. Башҡортостан Башлығының республика батальондары хәрбиҙәренә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы указына ярашлы үҙгәрештәр индерелде.

Уларға ярашлы М. Шайморатов, А. Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальон һуғышсыларына һәр 180 көн хеҙмәт иткән өсөн 200 мең һум түләү ҡаралған. 10 июлдән был ярҙам сараһы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы, «Ватан» отряды һәм республикала ойошторолған башҡа бүлексәләр һалдаттарына ла ҡағыла, тиелә документтың яңы редакцияһында.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас